30.09.2019 Ярлылыҡтың сиге - 12,5 мең һумдың "теге" яғында
Беҙҙең илдә "әҙәм рәүешле" йәшәр өсөн бер кешегә 38 мең һум килем кәрәк.
Левада-үҙәк һорашыуҙар ойошторған да, шуны асыҡлаған: бер кешегә 12,5 мең һум күләмендәге айлыҡ килем - ул ярлылыҡтың сиге. Унан да түбән икән, бөттө, башыңдан ауырыу китмәй, тигән һүҙ. Йәғни, һин ҡайҙан аҡса табырға, тип уйланып тик йөрөйәсәкһең. Шул булдымы тормош?!
Әлбиттә, кәрәккән килем кимәле ҡаланан ҡалаға айырыла. Мәҫәлән, Мәскәү халҡына "нормаль йәшәү" өсөн уртаса 59,8 мең һум талап ителә. Беҙгә ул хәтлем үк булмаһа ла ярай.
Һәр хәлдә, кемгәлер 12,5 мең һум да эләкмәй бит әле.