30.09.2019 Томат соусындағы ҡабаҡ
Ҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар әҙерләргә мөмкин. Түбәндә тәҡдим ителгәнде лә эшләп ҡарағыҙ әле. Бик тәмле.
Салат өсөн 5 кг ҡабаҡ, 2 литр томат һуты, 2 стакан шәкәр, бер ҡалаҡ тоҙ, 200 мл үҫемлек майы, 150 мл 9 процентлы аш һеркәһе, бер балғалаҡ ҡыҙыл борос, 2 баш һарымһаҡ, бер аҙ петрушка алына.
Ҡабаҡты йыуып, остарын ҡырҡып, 1 см ҡалынлығында түңәрәктәргә турарға. Һәр банканың төбөнә бер аҙ петрушка һалғандан һуң өҫтөнә ҡабаҡ һалырға. Артабан соус әҙерләргә. Бының өсөн кәстрүлгә томат һуты ҡойорға. (Һут булмаһа, 0,5 кг томат пастаһын 1,5 литр һыу менән шыйыҡлатып алырға мөмкин). Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы, аш һеркәһе, һарымһаҡ һәм борос өҫтәп, 10 минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан соусты эҫе килеш ҡабаҡтар өҫтөнә ҡойоп сыҡҡандан һуң, банкаларҙы 25 минут стерилләргә. Шунан ҡапҡастарын нығытып ябып, баштүбән әйләндереп, таҫтамал менән урап, тулыһынса һыуынғансы тоторға.