30.09.2019 Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү өсөн күпме аҡса кәрәк?
Танылған режиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, һуңғы осорҙа төшөрөлгән һәм тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителгән "Бабич", "Беренсе Республика" фильмдары режиссеры Булат Йосопов Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кинотаҫма сығарырға ниәте барлығын белдергәйне.
"Шағир көндәлеге"нең бюджеты 23,3 миллион һум булыр тип күҙаллана. Фильм "Башҡортостан" киностудияһы менән берлектә эшләнә.
20 сентябрҙә халыҡтан аҡса йыйыу иғлан ителде, ун көндә 60 мең һум килгән.
"Бәйләнештә" социаль төркөмөндә "Фильм "Дневник поэта" о Рами Гарипове" (https://vk.com/dnevnik_rami) рәсми төркөмө булдырылған. Барлыҡ яңылыҡ шунда баҫыла.
Фильмды быйыл төшөрә башларға ниәтләйҙәр.
2020 йылдың октябренә эште тамамлап, халыҡты премьераға саҡырыу планлаштырыла.