30.09.2019 50 процент ташлама менән йөрөп ҡалығыҙ
Рәсәй тимер юлдары компанияһы Оло йәштәгеләр көнө уңайынан ҙур бүләк эшләмәксе.
РЖД 2 октябргәсә 60 йәштән олораҡ кешеләргә поезда йөрөү өсөн билетҡа 50 процент ташлама яһай.
Был ил эсендә алыҫ араға йөрөүсе поездарға һәм бары купе-вагондарына ғына ҡағыла.
Ә дөйөм алғанда, тотош октябрь буйына льготалы хаҡҡа билет алырға мөмкин. Йәғни, ул саҡта ташлама ярты хаҡына булмай, ә нисәлер процентҡа әҙәйә. Барыбер яҡшы.
Юлдарҙа имен йөрөгөҙ!