30.09.2019 Клуб директорҙары съезында "Мәҙәниәт" милли проекты ҡаралды
Башҡортостан мәҙәниәт учреждениеларын ҡарауға арыу ғына суммала аҡса аласаҡ.
"Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсаттарына ярашлы, беҙгә 500 миллион һум йүнәлтелә.
Был демографияға ла яҡшы йоғонто яһауы ихтимал. Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй клуб учреждениелары директорҙарының икенсе съезында РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова шулай тип белдерҙе.
Сарала илдең 60-лап төбәгенән 200 тирәһе кеше ҡатнашты.
Пленар ултырышта яҡташыбыҙ, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла булды. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе.
Йыйында ҡатнашыусылар төрлө мәҙәни һәм тарихи урындарға сәфәр ҡылды.
Иң мөһиме, улар мәҙәниәт проблемаларын уртаға һалып һөйләшергә йыйылғайны. "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" (Культура Малой Родины) проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса кәңәшмә лә үтте.
Секция ултырыштарынан һуң, "Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында мәҙәни үҫеш үҙәктәре" темаһына Бөрөлә күсмә ултырыш күҙалланғайны.