29.09.2019 Склерозды нисек дауаларға?
Халыҡ медицинаһы склероздан түбәндәге дауалау ысулдарын тәҡдим итә.
* Бер ҡалаҡ ҡыҙыл миләш, бер ҡалаҡ мәтрүшкә, өс ҡалаҡ гөлйемеште ҡушып бутарға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, сәғәт ярым төнәтергә һәм бал ҡушып, сәй урынына эсергә.
* Бер баш һуған иҙмәһенә шул уҡ күләмдә бал ҡушып бутарға. Ошо дарыуҙы иртәле-кисле берәр ҡалаҡ эсергә. Дауаланыу курсы – ике ай.
* Бер баш һарымһаҡты иҙергә һәм шуға бер стакан рафинадланмаған көнбағыш майы ҡушып, бер төн һыуытҡыста тоторға. Иртәнсәк бер ҡалаҡ ошо төнәтмәгә бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Дауаланыу курсы – 1,5 – 2 ай.