29.09.2019 Эшҡыуар Филин ишейҙәрҙе һыйлаған
Лилиә Мусина хәбәр итә:
Беҙҙең Ишей Баймаҡ районының иң төпкөлдә урынлашҡан ауылдарының береһе булып тора. Шәхси эшҡыуар Анатолий Филин ошо башҡорт ауылына бар көсөн һалып йән өрҙөрөп, һәр яҡтан ярҙам итеп торорға атлығып тора.
Әле яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан мәктәпкә "текә" телевизор бүләк итеп ҡыуандырһа, бөгөн инде ауылдаштарға бушлай арбуз һәм ҡауын тарата.
Ошо көндәрҙә Анатолий Александрович Тоҙ-Илек баҫыуҙарынан 7 тонна йылы яҡ емеше килтереп, ҡарбуз байрамы ойошторҙо. Йәше лә, ҡарты ла ихлас шатланып, тәмлекәстәрҙе таратыу урыны клубҡа ағылды.
Хөрмәтле Анатолий Александровичҡа ошондай изге эше, киң күңеллелеге өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙҙә меңләтә сауап булып ҡайтһын!