29.09.2019 10 000 һум өҫтәмә түләү төрө барлыҡҡа килеүе ихтимал
Башҡортостанда халыҡҡа ярҙамдың тағы бер төрө уйлап табылды. Әлегә уның теүәл ҡасан ғына ғәмәлгә ашырыла башлауы билдәһеҙ, әммә алдағы биш йылда ошо маҡсатта 350 миллион һум тотоноу күҙаллана.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты башлығы Фәрит Ғүмәров үткән дүшәмбеләге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, электр ҡорамалдары һәм мейестәрҙе ремонтлауға ғаиләгә 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр аҡса түләнһә, янғын хәүефһеҙлеген кәметеү мөмкин булыр ине, бәлки. Ошо турала Хөкүмәткә тәҡдим индерелгән.
Был башланғысты республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы һәм биш йылда 350 миллион һум үҙләштереү ҙур ғына аҡса икәнен белдерҙе.
Был түләүҙе ҡасан, кемгә, ниндәй талаптар менән бирерҙәр икән? Уныһы тиҙҙән билдәле буласаҡ.