29.09.2019 Киләһе аҙнала йылы буласаҡ!
Ура! Ниһайәт көндәр йылыта.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һауа температураһы күтәреләсәк.
30 сентябрҙә термометр бағанаһы 6 – 11 градусҡа етәсәк. Көндөң яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Ел дә артыҡ көслө түгел.
1 октябрҙә һауа температураһы 7 – 12 градусҡа тиклем күтәрелә. Айырым райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Аҙна аҙағына тиклем көндәрҙең йылы һәм ҡоро тороуы күҙаллана. Хатта һауа температураһы 15 –20 градусҡа тиклем күтәреләсәк, тип вәғәҙәләйҙәр. Кемдәр йәшелсә-емешен алып өлгөрмәгән, матур көндәрҙе файҙаланып ҡалағыҙ.