28.09.2019 Нәфис һүҙ
Фотолағы һөйкөмлө баланың кем икәнен беләһегеҙме?
Учалы районы Комсомольск ауылында йәшәүсе Нургиз Абдуллин атлы егет булыр ул. Дүрт йәшлек бала сәхнәгә күтәрелеп, ихласлап шиғыр ятлап төштө. Һәм Комсомольск ауылында үткән "Нәфис һүҙ" конкурсының иң йәш ҡатнашыусыһы булараҡ танылды. Был сара Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы үткәрелде.
Мәҙәниәт йорто методисы Айһылыу Яҡупованың тырышлығы менән үткәрелгән конкурс район кимәлендә тәүге тапҡыр балалар араһында 3 йәш категорияһында ойошторолдо.
Ижади бәйгелә төрлө әҙерлектәге 39 бала ҡатнашып, гран-приҙы Абҙаҡ ауылынан 9 йәшлек Зөлхизә Аманова яуланы.
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге йәш категорияһында еңеүселәр:
I урын Илүзә Аманова, Абҙаҡ ауылы,
II урын Мәликә Йәшелбаева, Мулдаҡай ауылы,
III урын Сабрина Аллаярова, Поляковка ауылы.
8 йәштән 11 йәшкә тиклем:
I урын Азазель Лапутина, Мулдаҡай ауылы,
II урын Гөлсара Ситдиҡова, Абҙаҡ ауылы,
III урын Ләйсән Фазлетдинова, Ишмәкәй ауылы.
Туңғатарҙан 16 йәшлек Рөстәм менән Ринат Бәхтиәровтар 12-16 йәшлектәр араһында беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште. III урынды Ҡәйепҡолдан Тимур Вәлиуллин яуланы.
Сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы - һәр ҡатнашыусыға Айһылыу Яҡупова тарафынан әҙерләнгән диплом һәм миҙал тапшырылды.
Бәйгелә күпселекте ҡыҙҙар тәшкил итһә лә, был егеттәрҙең шиғырҙы нисек матур итеп һөйләгәнен күреп-ишетһәгеҙ икән...
Ошондай "Нәфис һүҙ" арҡылы "Йөрәк һүҙе"нә алмаш үҫкәнен аңғарғанһығыҙҙыр бит, йәмәғәт?! Үәт, рәхмәт, исмаһам, Айһылыуға!