28.09.2019 Инде өсөнсө кеше балкондан ҡолап төшә. Был ни хәл?!
Ишембай ҡалаһында 44 йәшлек ҡатын 8-се ҡаттан ҡолап төшөп, һәләк булған. Уның кәүҙәһен үтеп барыусы осраҡлы кешеләр күреп ҡалып, полиция саҡыртҡан.
Стаханов урамында йәшәүсе күршеләре әйтеүенсә, һуңғы квартал эсендә бындай хәл өсөнсө тапҡыр ҡабатлана. Йәйгеһен тағы бер ҡатынды танышы ниндәйҙер бәхәс арҡаһында 14-се ҡаттан ырғытҡан.
Әлеге ваҡытта бында криминалистар эшләй. Улар фажиғәнең сәбәбен асыҡлай: ваҡиға урынын тикшереп сыҡҡандар, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, һәләк булыусы ҡатындың туғандары асыҡлана... Әлегә ҡатында бейеклектән ҡолап төшөүгә хас тән йәрәхәттәре булыуы билдәләнгән, криминал юҡ.