27.09.2019 "Родина-Мать" нисек емерелмәгән икән?
Волгоград ҡалаһындағы Мамай ҡурғанына ҡуйылған "Родина-мать зовет" монументында реставраторҙар 180 меңгә яҡын етешһеҙлек тапҡан. Бының турала өлкә губернаторы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тергеҙеүселәр бынан тыш бетон ҡатламының 14 саҡрым оҙонлоҡтан сатнауҙар менән ҡапланғанын асыҡлаған. Әле белгестәр төҙөлөш баҫмаларына менеп эштәрҙе башҡара, октябрь аҙағына тышҡы реставрация тамамланасаҡ. Ноябрь айында иһә постаментҡа илткән баҫҡыстар ремонтланасаҡ.
Киләһе йылдың майына тиклем фонтандар, һуғыш һәм тыл күренештәре һынландырылған барельефтар, баҫҡыстар тергеҙеләсәк.