27.09.2019 Табиптар ярҙамынан баш тартып, үҙен шул хәлгә еткергән
Профессиональ медицинан баш тартҡан Кузбасс кешеһенең битендәге шеш ҙурайып, сире һуңғы стадияға еткән.
Кузбасс медиктары хәбәр итеүенсә, тәүге тапҡыр ул Кемерово ҡалаһындағы онкодиспансерға ике йыл элек, ирененә бәләкәй генә (1 см ҙурлығында) шеш сығыу арҡаһында, барып эләккән. Медиктар онкология сиренең беренсе стадияла булыуын асыҡлай һәм уны дауалап, пациентты тулыһынса һауыҡтырыу мөмкинлеген билдәләй.
Әммә ир, үҙенән-үҙе бөтөр әле, тип ҡул һелтәп, тайгаға ғибәҙәт ҡылырға китә. Һөҙөмтәлә шеше ҙурайғандан -ҙурая һәм әле иң һуңғы стадияға еткән һәм баш һөйәгенә күскән.
Врач-онколог Вячеслав Иванов әйтеүенсә, әгәр ҙә был кеше ваҡытында медицина ярҙамы алған булһа, хәҙер кешесә һөйләшә һәм ашай алыр, ул тиклем операция ла талап ителмәҫ ине. Әле иһә зонд аша туҡланырға мәжбүр. Ә сәләмәтлеге иһә нурландырыу терапияһының ни тиклем уңышлы булыуына бәйле.