27.09.2019 Ҡайһы бер райондарҙа малдарға ҡырағай йәнлектәр һөжүм итә, ә Балтаста иһә ике аяҡлылар ҙа кеше малына ҡул һуҙа Ә һеҙҙең яҡтарҙа хәлдәр нисек?
Ошо көндәрҙә Балтас районында йәшәүсе 65 йәшлек инәйҙең һарығын һарайынан уҡ инеп алып сығалар. Ярай, инәй ҡул һелкеп ҡарамай, ваҡытында малы юғалғаны хаҡында урындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Тикшереү барышында эске эштәр хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене таба. Ул ошо уҡ ауылда йәшәүсе 32 йәшлек егет булып сыға.
Ҡараҡ кешенең шәхси биләмәһенә үтеп инә һәм һарайҙан һарыҡты алып сыға. Урланған табышты өйөнә алып ҡайтып, һуйып, итен һыуытҡысына тултыра.
Әле ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныған. Һарыҡтың ите һәм тиреһе тартып алынған.
Енәйәт буйынса Рәсәй кодексының 158-се статьяһына ярашлы, хөкөм эше ҡуҙғатылған.