27.09.2019 СИМ-картаның икенсе хужаһы барлығын белһәң…
Баймаҡ районынан бер ҡатын банктан аҡсаһы юғалыуын белгәс, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Уның телефоны номерына банк картаһы бәйле була. Полиция СИМ-картаның икенсе хужаһы барлығын асыҡлай.
Ҡатын телефон номерын паспорт менән салондан ала, ир интернет аша осһоҙға ҡулға төшөргән икән.
900 номерынан аҡса күсә башлағас, ир, банк яңылышҡандыр , хужаһы табылыр, тип аҡсаны икенсе иҫәпкә һалып бара. Әммә полиция уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғата.
Банктан ҙур суммала аҡса күсә икән, хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, тәүҙә уларға, һуңынан хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсыларына мөрәжәғәт итегеҙ.
Һеҙҙе аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләүҙәре лә ихтимал.