RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бар шундай профессия: йорт хужабикәһе...

27.09.2019 Бар шундай профессия: йорт хужабикәһе...

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына бик ҡыҙыҡ һөнәрҙе законлаштырыу тураһында тәҡдим килгән.

"Йорт хужабикәһе" тигән профессия икән ул. Уларға ай һайын йәшәү минимумы күләмендә аҡса түләргә кәрәклеге лә әйтелгән тәҡдимдә.

Һөнәрҙе законлаштырыу - насар тәҡдим түгел, тик уны ғәмәлгә ашырыу ғына проблемалы буласаҡ, тигәндәр парламентта.

Йорт хужабикәһе кем ул? Бер һүҙ менән әйтеп тә булмайҙыр. Ҡырылмаһа ҡырҡ эш менән булып, бер юлы йортто ла ҡарап, балаларын да бағып, ире эштән ҡайтыуға бар нәмәне әҙерләп "ултырыусы" хужабикә була инде. Эшләмәй, өйҙә ултыра, тигән булалар бит. Ҡайһы бер ғаиләләрҙе алып ҡарағанда, әгәр ҙә ҡатын бер нәмә лә эшләмәһә, уларҙың йорто, бөтә хужалығы баштүбән киләсәктер ул?!

Әгәр ҙә "йорт хужабикәһе" төшөнсәһен законлаштырып, уны һөнәр итһәк, бында гендер тигеҙлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк: "йорт хужаһы" профессияһы ла булһын, ти бәғзе берәүҙәр.

Бөтөнләй икенсе яҡҡа һуҡтырғандары ла бар. "Берҙәм Рәсәй" партияһынан депутат Сергей Вострецов бына нимә тигән:
«Куча домохозяек не вылетают из-за границы, с отдыха. Профессии не может быть - домохозяйка. Статус такой может быть. Я вот домохозяйка, сижу дома, ничего не делаю. За тунеядство у нас сейчас не привлекают. Раньше, в советское время, такая домохозяйка, у которой уже дети в сад пошли, поехала бы в другое место работы...»

Тимәк, тиҙҙән "тунеядство"ға ҡаршы закон сығасаҡ... Ә депутат әйткән ялдан ҡайтып килә белмәгән хужабикәләрҙең беҙҙең хужабикәләргә бер ҡыҫылышы ла, ҡағылышы ла юҡ. Ҡайһы берәүҙәр "башҡа Рәсәйҙә" йәшәй. Вострецов әфәнде шулар менән таныштыр, моғайын.

«Российская общественная инициатива» сайтында хужабикәләрҙе башҡа һөнәрҙәргә тигеҙләүҙе (тимәк, хеҙмәт кенәгәһенә яҙыу) хуплау өсөн ҡултамғалар йыйыу ойошторолған.
Был башланғыс йомолоп ҡалырмы, әллә?..




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне