27.09.2019 Владимир Путин импортты алмаштырыу эше менән ҡыҙыҡһынды
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте башлығы урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашып, оборона-сәнәғәт комплексы, импортты алмаштырыу темаһына һөйләште.
Бында һүҙ башлыса оборона-сәнәғәт комплексын диверсификациялау (тауар төрөн киңәйтеү, һатыу йүнәлештәрен төрләндереү һ.б.) программалары хаҡында барҙы.
Президент программаны ғәмәлгә ашырыу менән ҡыҙыҡһынды.
Уға отчет биреүселәрҙең һәр ҡайһыһы тиерлек әйтеүенсә, эш яҡшы барғандай.
Юрий Борисов та, оборона тармағында ла эштең милли проекттар ҡуйған маҡсаттарға ярашлы барыуын һөйләне.
Импортты алмаштырыу буйынса ла эш дауам итә. Беләһегеҙ, 2014 йылдан һуң Евросоюз, НАТО илдәре беҙгә санкциялар иғлан итте. Күп сит ил продукцияһы һатып алынмай башланы. Шуға ла алмашҡа үҙебеҙҙеке кәрәкте. Был, ниндәйҙер кимәлдә, үҙебеҙҙең етештереүселәргә ҡулай булды. Йәғни, Ватан тауарҙарына иғтибар артты.