26.09.2019 Бесәйҙәрҙең дә чибы буласаҡ
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Ауыл хужалығы министрлығынан ветеринария именлеге тураһындағы закон проектын һәм йорт хайуандарын идентификациялау ҡағиҙәләрен эшләүҙе тиҙләтеүҙе һорай. Һүҙ йорт хайуандарын, бесәй, эттәрҙең мәжбүри иҫәпкә алыу нормалары тураһында бара. Һәр хайуандың биографияһын күреү өсөн, иҫәпкә алыуҙы тәртипкә һалырға кәрәк. Был нәҫел эшенә лә, прививкаларға ла ҡағыла .Быларҙың барыһы ла законда теркәлергә тейеш.
РФ Ауыл хужалығы министрлығы закон проектын октябрҙә Рәсәй Хөкүмәтенә тапшырасаҡ.