26.09.2019 "Әсәлек капиталы"ның күләме арта
Киләһе йылда беҙҙең ғаиләләрҙең яратып өлгөргән "маткап" суммаһы байтаҡҡа арттырылыуы көтөлә.
Ул 13 000 һумға артып, 466 мең һумға етәсәк. Был хаҡта РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев хәбәр итте.
Ҡаҙнаға 316 миллирад һум һалып та ҡуйылған.
Әйҙәгеҙ, йәштәр демографияға өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Бер ыңғай әлеге "маткап"ты ла алырһығыҙ. Ярҙам бит әҙме-күпме.