25.09.2019 Артур Әхмәтханов исемендәге мәктәп барлыҡҡа килде
БР Хөкүмәтендә Башҡортостандың элекке вице-премьеры, генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановтың исемен мәңгеләштереүгә бәйле ҡарар ҡабул ителде. Документты БР Башлығы Радий Хәбиров имзаланы.
Ғүмере иртә өҙөлгән замандашыбыҙҙың исемен Салауат районының Торналы дөйөм белем биреү мәктәбе йөрөтәсәк. Бинаға мемориал таҡтаташ та ҡуйыласаҡ.
Генералдың исеме Өфө урамдарының береһенә лә бирелә.
Артур Әхмәтханов 2005 - 2008 йылдарҙа БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары булып эшләне, 2008 - 2016 йылдарҙа Төньяҡ Осетия-Алания ЭЭМ-ын етәкләне. Өфөгә ҡайтҡас, хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса вице-премьер булды.