25.09.2019 Башҡорт һәм монгол журналистары үҙ-ара хеҙмәттәшлек итәсәк!
"Бөтә Рәсәй - 2019" журналистар форумында Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм Монгол журналистары конфедерацияһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә килешеү төҙөлдө.
БР Журналистар берлеге рәйесе Артур Дәүләтбәков менән конфедерация рәйесе урынбаҫары Зөлҡәфил Мәүлит документҡа ҡул ҡуйҙылар.
Хәҙер ике төбәк араһында мәғлүмәти яҡтан алыш-биреш буласаҡ. Ике ойошма араһында уртаҡ фекер булғанда киң мәғлүмәт сараларында темаларҙы һәм ваҡиғаларҙы яҡтыртҡанда үҙ-ара ярҙам итеү ойоштороласаҡ. Журналистар делегацияларын ҡабул итеү, пресс-турҙар үткәреү, бергәләшеп семинарҙар һәм курстар ойоштороу ҙа бының эсенә инә. Артур Хәсән улы белдереүенсә, быларҙың барыһы ла беҙҙең журналистарҙың эш даирәһен арттырасаҡ һәм монгол коллегаларҙың тәжрибәһен ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.