25.09.2019 Ғаиләң ныҡ булһын тиһәң, кредит ал!
Рәсәйҙә айырылышыу осраҡтары һирәгәйгән! Нисек уйлайһығыҙ, бының сәбәбе нимәлә?
Баҡтиһәң, төп сәбәбе – иҡтисади хәлдең насар булыуына бәйле имеш. Ни тиһәң дә тормош йөгөн бергә тартыу еңелерәккә тура килә.
Мәҫәлән, ғинуар айында ҡоролған 1000 никахтың 621-е айырылышыу менән тамамланмаған. Уҙған йылдың ошо уҡ айында иһә был һандар 12 процентҡа күберәк булған – 705-те тәшкил иткән. Кредиттарҙың күп булыуы, эш мәсьәләһе менән бәйле төрлө хәл килеп сығыуы ғаиләләрҙең тарҡалмауына сәбәпсе икән.
Хөкүмәт тарафынан ғаиләләрҙе нығытыу өсөн үткәрелгән сәйәсәттең дә роле ҙур. Йәш ғаиләләргә бирелә торған ташламалы ипотека шулай уҡ ғаиләне нығытыу өсөн эшләй.