25.09.2019 Йәшел сәй эсәһең, финик ҡабып ебәрәһең һәм 100-гә тиклем йәшәйһең
Бер төркөм сит ил ғалимдары оҙон ғүмерлеләрҙең рационын анализлап, ни өсөн оҙаҡ йәшәүҙәре тураһында һығымта яһаған.
Шулай итеп, оҙон ғүмерле булыу өсөн ашаған ризығың антиоксиданттарға бай булырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, антиоксиданттар күҙәнәктәрҙе үлтереүсе ирекле радикалдарға ҡаршы тора.
Бына шул антиоксиданттарға иң бай ризыҡ, йәғни эсемлек ул - йәшел сәй. Ҡайһы бер диетологтар уны көн һайын эсергә кәңәш итә. Әммә һаҡ булырға ла кәрәктер ул.
Финик емештәре лә оҙон ғүмерле булыуға ярҙам итә. Уларҙа 23 төр аминокислота бар.
Һырғанаҡ (облепиха), әсегән һөт ризыҡтары, помидор, көртмәле (черника) - былар ҙа ғүмер оҙонлоғона ыңғай йоғонто яһай.
Рәхмәт ғалимдарға! Хәҙер тап ошо аҙыҡ-түлекте өҫтәлдән төшөрмәҫкә генә ҡала.
Ә беҙҙең йөҙйәшәрҙәрҙең күбеһе, оҙон ғүмерле булыуығыҙҙың сере нимәлә, тип һорағанда, бер ҙә сәй эстем йә шуны-шуны ашаным, тимәй. Улар бер туҡтамай эшләгән дә эшләгән булып сыға. Ҡыҫҡаһы, хәрәкәттә - бәрәкәт, тигән кеүек инде.