25.09.2019 Нимә икән ул?
Күптән түгел уң яҡ яурынымда ҙур ғына бер шеш барлыҡҡа килде. Тотоп ҡарағанда йомшаҡ ҡына, ауыртмай ҙа. Ҡайһы саҡта иртән торһам ғына бер аҙ ауыртып ала. Табиптарға әле мөрәжәғәт иткәнем юҡ. Нимә эшләргә лә белмәйем.
Липома – майлы туҡыманан торған зарарһыҙ шеш. Ул ауыртмай, әкрен үҫә. Берәү генә лә, күмәк тә булыуы мөмкин. Дауалау тик хирургик юл менән генә, уныһы ла ихтыяж булған осраҡта ғына. Шеш ҙурайған һайын хәүефлерәк, яман шешкә әүерелеүе мөмкин. Шуға күрә күҙәтеп торорға кәрәк. Һиҙелерлек булып үҫһә, иң яҡшыһы алдырырға. Ниндәй генә осраҡта ла шеште йылытырға, ҡояшта ҡыҙҙырырға, тырнарға, ышҡырға, төҫлө һабын менән йыуырға кәңәш ителмәй. Тәмәке тартыу, алкоголь ҡулланыу ҙа шештең ҙурайыуына булышлыҡ итеүе бар. Физкультура менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу, тыныс тормош шештәр барлыҡҡа килеүен һәм үҫеүен тотҡарлай.