25.09.2019 Ҡан баҫымын төшөрөргә кәрәкме?
Күптәр ҡан баҫымының күтәрелеүен һиҙмәй йөрөүе ихтимал. Үҙҙәрен дә яҡшы хис иткән һымаҡ. Шунлыҡтан табип тәғәйенләгән давление дарыуын эсеүҙе лә туҡтаталар. Хатта дарыу эсергә кәрәкме, юҡмы, тип икеләнә башлайҙар. Ғөмүмән, ҡан баҫымы юғары булғанда нимә эшләргә? Көн һайын дарыу эсергәме, әллә дарыуһыҙ ҙа торорға мөмкинме?
Ҡан баҫымын мотлаҡ төшөрөргә кәрәк. Ул ҡан тамырҙарының сәләмәтлеген һаҡлап алып ҡалырға, организмды инсульттан һәм инфарктан ҡотҡарырға ярҙам итә. Бында башҡа фекер булыуы мөмкин түгел. Ғөмүмән, 30 йәштән һуң, борсоймы-борсомаймы, ҡан баҫымын даими үлсәп торорға кәрәк. Бының өсөн һәр өйҙә тонометрҙың булыуы шарт. Ҡан баҫымы күтәрелгән осраҡта иһә кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә.
Ҡан баҫымы ваҡытҡа, кешенең эмоциональ торошона, эшләүенә йәиһә ял итеүенә ҡарап үҙгәреп тора. Дөрөҫ итеп билдәләү өсөн, үлсәр алдынан 10-15 минут ял итеп алырға һәм өс минут арауығы менән өс тапҡыр үлсәргә кәңәш ителә. Кемдәрҙең ҡан баҫымы күтәрелеүгә табан бара, иртәле-кисле үлсәргә кәңәш ителә.