25.09.2019 Һөйөнсө! "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән фильм иң юғары баһаға лайыҡ булды.
Мостай Кәримдең Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы Ялтала 20 – 24 сентябрҙә үткән «Евразийский мост» фестивалендә Гран-при яуланы.
Быйыл был мәртәбәле кинофестивалдең жюри составына режиссер һәм актер Кирилл Плетнев, актриса Ольга Кабо, француз режиссеры һәм сценарист Хамид Бенамра, болгар режиссеры һәм шағирә Майя Вапцарова, испан киноведы, ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале директоры Хайме Ногуэра, балалар һәм үҫмерҙәр киноһы кинофестивале программаһы кураторы Анджела Ли ингән.
Билдәле булыуынса, 22 сентябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә был фильмдың премьераһы үткәйне. Александар Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙҙа мөһим мәҙәни ваҡиғаға әүерелде.