25.09.2019 Хәйбулла мәктәптәре "Үҫеш нөктәһе"нә ҡушылды
Сәлимә БАЙГИЛДИНА-ҒАФАРОВА хәбәр итә:
- Райондың ике эре белем усағында – Бүребай ауылының һәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Заман мәктәбе” федераль проекты буйынса һанлы һәм гуманитар профилдәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асылды.
Уның буйынса алты йыл дауамында “Технология”, “Информатика” һәм “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтарын уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, матди-техник базаһын яңыртыу планға индерелгән.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 95 проценты - федераль бюджеттан килгән. 3 проценты - республика һәм 2 проценты - урындағы бюджеттан алыу ҡаралған.
Әлеге көнгә шахмат һәм медиа зона булдырылған, тейешле ҡоролмалар, парталар алынған. Уҡыу кабинеттарының алтаҡталары, мәғлүмәт стендтары, фасад табличкалары ла ҡайтарылған. Шулай уҡ тиҙҙән квадрокоптер һәм 3D принтерҙар килеп етәсәк. Уҡытыусылар ситтән тороп курстар үткән, технологтар Екатеринбург ҡалаһында уҡып ҡайтҡан.