25.09.2019 Тимер юлында 15 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Яңауыл станцияһында 15 йәшлек ҡыҙ йөк поезы аҫтында ҡалып һәләк булған.
«Янаульские зори» баҫмаһы, станция начальнигы Данил Тазетдинов һүҙҙәренә таянып, уҡыусы ҡыҙҙың 4-се, 6-сы юлдарҙы аша үтеүе һәм шунда поезд аҫтына эләгеүе хаҡында хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан һәләк булыусы ҡыҙҙың Нефтекама ҡалаһынан булыуы асыҡланған