25.09.2019 Республикала ике аҙнала 2,5 миллион турист булып китәсәк!
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алтынсы Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитетының ултырышында ҡатнашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҙур сара киләһе йылда 18 июлдән 1 авгусҡаса үтә.
Ултыырышты РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец асты һәм беҙҙең Фольклориаданы юғары кимәлдә уҙғарырға тейешлегебеҙҙе белдерҙе.
БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанға 100 илдән өс меңдән ашыуыраҡ кеше килеүе көтөлә. Улар бейеүҙәрен, музыкаһын, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуын, кейемдәрен, сәнғәтен күрһәтәсәк.
Әлеге ваҡытта 85 дәүләт ҡатнашасағын аныҡ белдергән. Ошо Фольклориада барышында беҙгә 2,5 миллион турист килеүе лә күҙаллана.
Сараның программаһы Өфө менән генә сикләнмәй, ә күп районға һәм ҡалаға сыға.
Радий Хәбиров мәҙәни йыйынды күмәкләп иң юғары кимәлдә үткәрәсәгебеҙгә ышаныуын да белдерҙе.