25.09.2019 Фәнис Әхмәтйәнов ерҙә изге күңелле кешеләр барлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы
Фәнис Әхмәтйәнов иртә менән яратҡан шөғөлө – балыҡ тоторға юллана. Көҙгө тәбиғәттең сихрилеге менән һоҡланып, балыҡ тотҡан ваҡытта, тынлыҡты ниндәйҙер тауыш боҙа. Ир һиҫкәнеп, тирә-яҡты байҡай башлай.
Шул ваҡыт йылғала бер ҡолондоң йәшәү өсөн көрәшкәнен күрә. Балыҡсы МЧС хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға уйлай. Тик бәйләнеш насар булғанлыҡтан үҙенең координаттарын ебәрә алмай. Һыуға батып барған ҡолонсаҡты йәлләп, ир уға үҙе ярҙам итергә була һәм бау менән бәйләп, көс-хәл менән һыуҙан тартып сығара.
Ҡотҡарыусыһы ҡолонға Йондоҙҡай тип исем дә ҡуша.