24.09.2019 Милли йәштәр театры миҙгел аса!
ИКЕ ТӨР ИЖАД БЕРЛӘШТЕ
Иҫ киткес оҫта ҡуллы уҡытыусыларҙың эштәрен күргәнегеҙ бармы? Булмаһа, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында асылған күргәҙмәгә килеп ҡарағыҙ. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы уҡытыусыларының Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ижади эштәре театрҙың иң яҡты һәм нурлы фойеһында урын алды. Тәүҙә күҙгә ташланғаны, әлбиттә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бюсы булыр. Скульптураның авторы Илдус Наил улы Зәкиров. Унан башҡа паннолар, рәсем, картиналар һәм тағы бик күп скульптуралар урын алған. Күргәҙмә Башҡортостандың – 100, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған. Ә театр М.Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһы менән ижад миҙгелен асты. Шулай итеп, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике төр ижад берләште. Тимәк, оло байрам тантана итте. Улай ғына ла түгел, бар миҙгелде шундай уҡ булыр тип көтәйек, сөнки театрҙың 30 миҙгел эшмәкәрлеге бар.