24.09.2019 Ҡыҙыл Китапҡа ингән хайуандарҙы атһаң…
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа Енәйәт кодексының 258-се статьяһына үҙгәрештәр индерҙе. Уға ярашлы, Ҡыҙыл Китапҡа ингән ҡырағай хайуандарҙы атҡан, аҫраған, һатҡан кешеләргә яза ҡәтғиләндерелде. Браконьерҙарға 3-4 йыл мәжбүри эштәргә йәлеп ителеү, иркенән мәхрүм ителеү янай. Хәҙер һаҡлауға алынған йәнлектәрҙе атыу , сауҙа итеү ҙур енәйәткә һаналасаҡ.
Депутаттарҙың фекеренсә, законға үҙгәрештәр индереү юғалыу сигендә торған йәнлектәрҙе , биологик ресурстарҙы һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген күтәрергә, закон боҙоусылар менән етдиерәк көрәшергә мөмкинлек бирәсәк.