24.09.2019 Шәхси лагерҙарға- һалым льготалары
Республикала балаларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнеүсе шәхси ойошмалар милек һалымынан азат ителәсәк. Ҡаҙнаға 5 млн һум инмәйәсәк.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 26 сентябрҙә ошо закон проектын тикшерәсәк.
Дәүләт ҡарамағындағы балалар лагерҙарына бындай льготалар ҡаралған.
БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда төрлө төрҙәге 2651 лагерь иҫәпләнә. Уларҙың 15-е йыл әйләнәһенә эшләй.