24.09.2019 "Буждетник", ҡыуан! "Зарплатаң" арта!
Рәсәйҙә бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең айырым категорияһына айлыҡ эш хаҡы 1 октябрҙән 4,3 процентҡа арттырыласаҡ. Быға илебеҙ президенты Владимир Путиндың "май указдары" ҡағылмағандар инә.
«Российская газета» аңлатып үтеүенсә, эш хаҡы ҡаҙна, бюджет йәки автономлы барлыҡ федераль ойошмаларҙа артасаҡ. Бының өсөн сығымдар дәүләт бюджетына һалынған. Балалар баҡсаһында эшләгән кесе тәрбиәселәр, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре, бухгалтерия, юристар күберк аҡса алып һөйөнәсәк.
Нимәһе билдәле - федераль үҙәк бар төбәктәргә лә бюджетниктарға айлыҡ аҡсаны 4,3 процентҡа арттырырға тәҡдим фарманы ебәргән. Әгәр ҙә урындағы бюджетта быға аҡса һалынһа һәм ҡарар ҡабул ителһә - эш хаҡы ла арттырыласаҡ.