24.09.2019 Был программа ниңә эшләп китә алмай?
Граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатынан булдырылған «Домокомплект» республика программаһы тейешенсә эшләп китә алмай. БР Хөкүмәтендә үткән «Төҙөлөш сәғәте»ндә БР төҙөлөш комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин был проектта ҡатнашырға теләүселәрҙең аҙ булыуын белдергән. Программа эшләй башлағандан алып унда 1,5 мең ғаилә ҡатнашҡан, 100 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 2019 йылда 43 кешегә 300 һум займ бирелгән. Әммә был сумма аҙ, торлаҡ һатып алыуға бурысҡа бирелгән аҡса арттырылырға тейеш.
«Әлеге кеүек барһа, был проект үҫешә алмаясаҡ. Беҙ кешеләрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ вариант тәҡдим итергә тейешбеҙ. Халыҡтың үтенесен ҡәнәғәтләндерерлек, дөрөҫ финанс форманы уйларға кәрәк. Был төрлө категория граждандарын да торлаҡ проблемаһын хәл итергә булышлыҡ итәсәк, – тигән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.