24.09.2019 Йәйҙе һағындыҡ!
Хәтәр көндәр был. Әммә аптырарлыҡ түгел.
Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо ниндәй буласағын фаразланы.
Бөгөн кисәге кеүек - һыуыҡ ел, урыны менән ҡар, урыны менән ямғыр. Юлдарҙа - боҙлауыҡ. температура 8 градустан да өҫкәрәк күтәрелмәйәсәк.
Иртәгә үткән ике көн тағы ла ҡабатлана кеүек. Төнөн -4 градус булыуы ихтимал.
26 сентябрҙә көн торошо бер аҙ үҙгәрерме, тиһәгеҙ, яуап: юҡ. Шулай уҡ - рашҡы, ел, һалҡын.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!