23.09.2019 Хөрмәт Үтәшев олатаһының һөргөнгә оҙатылған ерҙәрен барып күргән
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәт Үтәшевтың олатай-өләсәйҙәре себергә һөрөлгән булған.
Ул күптән түгел, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры составында Иркутск яҡтарына гастролгә барған.
“Колхозлаштырыу осоронда нәҡ бына ошо Черемхово районына һөрөлгән минең олатай - инәйҙәрем. Атайым тик бала булыу сәбәпле генә, ҡотолоп ҡалған был бәләнән”, - тип, тарихи урындарҙың фотоһын ҡуйҙы ул.
Черемхово шахтерҙар ҡалаһы икән. 1930-сы йылдарҙа, кулак тип, Башҡортостандан бихисап милләттәшебеҙҙе ошонда һөргөнгә оҙатҡандар.