23.09.2019 Венгр фоторәссамы Хәйбуллала экспедицияла йөрөп ята
“Бөгөн Хәйбулла район үҙәгенең “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле венгр фоторәссамы Сёллёси Матьяшты башҡорт донъяһы менән танышырға саҡырҙы.
Алыҫ Будапештан килгән Матьяштың Хәйбулла районына ижади сәфәре Аҡъяр ауылынан башланды. Хәйбулла районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Ҡош юлы” ансамбле ижадсыға башҡорт халыҡ уйындарын күрһәтте.
Район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Шорохова әйтеүенсә, артабан уларҙы Иләс, Әбүбәкер, Һаҡмар-Наҙарғол һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында көтәләр.
Иләс уңғандары ҡайын туҙынан һағыҙ эшләп күрһәтергә, “Килен һөйөү”, “Ҡот саҡырыу” йолаларын сәхнәләштерергә йыйына.
Әбүбәкерҙә фоторәссам кейеҙ баҫыу серҙәре менән танышасаҡ. Һаҡмар-Наҙарғолда Сёллёси Матьяш – ҡорот эшләү, Бәләкәй Арыҫланғолда шәл һуғыу процесын теркәй аласаҡ.
Венгр фоторәссамын Башҡортостан буйлап сәфәрҙә БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге ғилми хеҙмәткәре, тәржемәсе Гөлсәсәк Бүләкова һәм водитель сифатында ғилми-етештереү үҙәгенең филиалы – “Ирәндек” музейы-ҡурсаулығы директоры Лилиә Сиражитдинова оҙатып йөрөй”, - тип яҙа үҙәктең матбуғат хеҙмәте.