23.09.2019 Елмерҙәк боролошонда ҡар яуа
Белорет районының данлыҡлы Елмерҙәк һыртындағы данлыҡлы юл боролошонда - урыҫтар уны "тещин язык" тип атай, ә беҙ, башҡорттар ҡәйнә-бейемдәрҙе хөрмәт итәбеҙ, улай тимәйбеҙ - көндөҙҙән ҡар яуа.
Ошоно күҙ уңында тотоп, Өфө-Белорет юлында һәм Елмерҙәктә БР буйынса федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 28-се отряды эшләй.
Белорет ДРСУ-һынан бер машина юлды таҙарта, тағы ла бер КДМ коммуналь-юл машинаһы әҙер тора - ҡар-маҙар көсәйһә, буран ҡупһа уны ла эшҡә егәсәктәр.
Әле был төбәктән транспорт ғәҙәттәгесә үтә.