23.09.2019 Әйҙә ҡурсаҡ театрына!
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ижад миҙгелен асты. Кескәй тамашасылар хөкүменә өр-яңы әкиәт тәҡдим ителде
"Солтан батша тураһында әкиәт" бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың билдәле әҫәре, уны донъяның бик күп театрҙары сәхнәләштерҙе, байтаҡ фильмдар төшөрөлдө. Ә бына беҙҙең ҡурсаҡ театры тарихында ул беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡты. Шағирҙың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы, проектты тормошҡа ашырырға "Берҙәм Рәсәй" партияһы ярҙам иткән.
Ролдәрҙе актерҙар Никита Калмыков, Надежда Беззубова, Галина Шайхутдинова, Эмиль Латыпов, Татьяна Кузьменко, Екатерина Кочурова, Александр Верхоземский һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виктория Щербакова башҡара. Спектаклде Ырымбур өлкәһенең ҡурсаҡ театры режиссеры Вадим Смирнов сәхнәләштерҙе, рәссамы Марина Зорина (Түбәнге Новгород). Музыкаль биҙәлеш өсөн композитор Виктор Расовский композициялары, шулай уҡ рус халыҡ йырҙары ҡулланылған.