23.09.2019 Арпаны нисек дауаларға?
Ҡайһы берәүҙәрҙең күҙенә йыш арпа сығып йонсота. Уны нисек бөтөрөп була? Ғөмүмән, арпа ни өсөн сыға, сәбәбе нимәлә?
Күҙгә йыш арпа сығыуы организмдың үҙ-үҙен һаҡлау көсөнөң кәмеүен аңлатыуы ихтимал. Шуға күрә иммунитетты нығытыу өсөн эхинацея, элеутерококк, лимонник кеүек төнәтмәләр ярҙам итә. Уларҙы көнөнә ике тапҡыр иртәнге һәм төшкө аштан һуң 20-шәр тамсы эсергә кәрәк.
Шулай уҡ алоэ япрағының һутына 1:10 нисбәтендә һыу ҡойоп, ауыртҡан урынға көнөнә бер нисә тапҡыр мамыҡҡа манып һөртөргә мөмкин. Тағы ла көнөнә бер нисә тапҡыр күҙҙе сәй һәм мәтрүшкә төнәтмәһе менән йыуыу ҙа ярҙам итә.