23.09.2019 Рәсәй ҡыҙҙарының кейәүгә сығыу йәше артҡан
Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары быға тиклем 18-24 йәштә кейәүгә сыҡһа, хәҙер был күрһәткес үҙгәргән. Статистика буйынса, етди аҙымды гүзәл зат 25-34 йәштә генә яһай.
Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй ир-егеттәре 25-34 йәштә өйләнә. Был күрһәткестең оҙаҡ йылдар үҙгәргәне юҡ әлегә.
Йәштәрҙең ғаиләнән баш тартыу сәбәптәре төрлөсә. Тәүге урында юғары белем алыу, карьера төҙөү, эш һәм торлаҡ юҡлығы.