23.09.2019 Төбәк агросәнәғәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ
Башҡортостан агросәнәғәт предприятиелары үҙҙәренең хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырасаҡ тип хәбәр итәләр республика хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо менән башҡарылған "Хеҙмәттең етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектына ярашлы башҡарыла. уның буйынса беҙҙә мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу йәһәтенән хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлеген арттырыу буйынса төбәк проекты ҡабул ителде.
Әле программала ҡатнашыуға Башҡортостандың 13 агропредприятиеһы ризалыҡ биргән. Уларҙың бишәүһенә хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын арттырыу өсөн дөйөм алғанда 69,7 млн һум аҡса күсерелгән.