22.09.2019 Өс ҡуллы, дүрт аяҡлы бала тыуған
Һиндостандың Раджастан штатында өс ҡуллы, дүрт аяҡлы ҡыҙ бала донъяға килгән.
Урындағы матбуғат баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡыҙҙың игеҙәк туғаны – ағаһы ла бар. Табиптар фаразлауынса, өс игеҙәк тыуырға тейеш булған, әммә әсә ҡарынында ике яралғы бер-береһенә ҡушылып үҫкән. Ауырлы ваҡытта буласаҡ әсә бер тапҡыр ҙа УЗИ үтмәгән. Шунлыҡтан бала ғәрип тыуа тип, бер кем дә күҙаллай алмаған.
Ҡыҙсыҡтың һаулығына ҡурҡыныс янамай. Табиптар артыҡ аяҡ-ҡулдарын алыу өсөн, уны икенсе дауаханаға күсермәксе.