22.09.2019 Албанияла ер тынысһыҙ
Кисәге Албанияла ҡат-ҡат ер тетрәгән. Уның көсө 5,8 балл булған.
Афтершоктар серияһы йөҙҙән ашҡан.
Илдең баш ҡалаһы Тирана менән Дуррес порт ҡалаһы ныҡ ҙур зыян күргән. 600-ҙән ашыу йорт төрлө кимәлдә емерелеп, һыу һәм электр энергияһын биреү туҡтатылған. 108 кеше йәрәхәттәр алған. Яңы ер тетрәүенән ҡурҡҡан кешеләр йорттарға ҡайтырға ҡурҡа.
Албанияла ер тетрәүҙәр йыш күҙәтелә.