22.09.2019 Ҡара диңгеҙ буйында "Бөтә Рәсәй" журналистар фестивале асылды
Быйылғы форум илебеҙҙең иң йылы ҡалаһында 23-сө мәртәбәгә үтә. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән меңдән ашыу журналист ҡатнаша. Беҙҙән унда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто делегацияһы - республика, район, ҡала ғәзиттәренең, селтәр ресурстарының 17 мөхәррире барҙы.
Форумды Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев асты. Ул ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, төбәктәр әҙерләгән күргәҙмәләрҙе, шул иҫәптән беҙҙең республиканыҡын ҡараны. "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто унда Роспечать тарафынан бирелгән субсидиялар ярҙамында нисек итеп социаль яҡтан әһәмиәтле проекттар тормошҡа аша икәне күрһәткән ине.
Алдағы аҙнала Рәсәй журналистарын "Гранд отель Жемчужина" ҡунаҡханаһы залдарында бай программа көтә. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә, һөнәри уйындарҙа эш оҫталығын арттырасаҡ, үҙҙәрен күрһәтәсәк.