21.09.2019 Иҫкәртәбеҙ - тағы көслө ел!
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы республика халҡын көслө ел (секундына 18 метр) тураһында иҫкәртә.
Ел көсәймәҫ борон "шыйығыраҡ" ҡыйыҡтарҙы, текмәләрҙе нығытыу зарур.
Машиналарҙы ағастар янына, щиттар аҫтына ҡуймауың хәйерле.
Киләһе көндәрҙә ямғырға ҡар бөртөктәре лә ҡушыласаҡ. Әбйәлилдә был аҙнала уҡ ҡар яуып ҡуйҙы. Учалының ҡайһы бер ауылдарында көслө ҡырау төштө.