20.09.2019 ИТАЛЬЯН АУЫЛ БӘЛЕШЕ! АЛМА МЕНӘН!
Был тәмлекәс шундай тиҙ һәм еңел әҙерләнә, әҙерләмәү - яҙыҡ булыр.
ИТАЛЬЯН АУЫЛ БӘЛЕШЕ! АЛМА МЕНӘН!
Шарлоткаға оҡшаһа ла, күпкә тәмлерәк тойоламы шул.
Ингредиенттары:
Он —180 г (өйәмәкәй 6 аш ҡалағы)
Алма — 4 дана
Йомортҡа һарыһы —2 дана
Шәкәр — 140 г (5 аш ҡалағы)
Аҡ май — 50 г (яҡынса ике аш ҡалағы)
Һөт —125 мл
Йомшартҡыс— 4 г
Тоҙ —1 семтем.
Әҙерләү:
Йомортҡа һарыһын ике аш ҡалағы шәкәр менән туғырға (шәкәре ирегәнсе).
Майҙы иретеп, яртыһын йомортҡа массаһына ҡушып, һөт өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғайбыҙ.
Шунан һуң тоҙ, иләнгән он, йомшартҡыс өҫтәргә кәрәк.
Табаға пергамент йәйеп, килеп сыҡҡан шыйыҡ массаны ҡоябыҙ.
Әрселгән алманы өлөштәргә киҫеп, шыйыҡ ҡамыр өҫтөнә теҙергә.
Бәлештең өҫтөнә ҡалған майҙы ҡойоп, ҡалған шәкәрҙе һибергә.
180°C тиклем йылытылған мейестә яҡынса 30-35 минут бешерергә.
Бешкән бәлеш өҫтөнә шәкәр онтағы һибергә мөмкин йәки туңдырылған еләктәр менән биҙәргә....