20.09.2019 Ни өсөн инаугурацияға элекке республика етәкселәре саҡырылған?
Ни өсөн тантанаға республиканың элекке етәкселәре: Мортаза Рәхимовтың һәм Рөстәм Хәмитовтың килде? Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы политолог Николай Евдокимовтың фекерен бирә:
«Бында Радий Хәбировтың Башҡортостанға ҡайтҡас та һайлаған юлын дауам итеүе күҙәтелә. Ул ошондай символик ҡылығы менән үҙе власта булған осорҙа республикала элиталар араһында бер ниндәй ҙә низағ булмаҫҡа тейешлеген күрһәтергә тырыша, — тине политолог. — Игорь Комаровтың килеүе лә — процедураға ярашлы. Ғәҙәттә, федераль округ вәкиле һәр ваҡыт ошондай кимәлдәге сараларҙа ҡатнаша».
«Әлбиттә, республика үҫеше тураһындағы указға ҡул ҡуйыу иғтибарҙы йәлеп итте. Ниндәйҙер һығымталар яһар алдынан документтың баҫылып сығыуын көтөргә кәрәктер, моғайын. Ләкин хәҙер үк проекттарҙың амбициялы, күп көс һәм финанслау талап итеүен фараз итергә мөмкин. Ошо масштаблы проекттарға ҡайҙан аҡса алынасағы әлегә бик аңлашылмай, ләкин улар тормошҡа ашырылһа, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн алға табан ҙур аҙым булыр».
Николай Евдокимов һүҙҙәренсә, хәҙер төп интрига — хөкүмәтте кем етәкләр, уның составы ниндәй булыр. Политолог кадрҙар үҙгәрешен көтөргә мөмкин тип иҫәпләй.