20.09.2019 Ит консерваһын сифатлыһынан нисек айырырға?
Ит бешерергә ваҡытыбыҙ булмағанда, тәбиғәткә сыҡҡанда тиҙ генә аш бешереп алыу өсөн ит консерваһы һатып алабыҙ. Уның сифатлыһын нисек белергә һуң?
Банка өҫтөндәге бик күп һан һәм хәрефтең өсөнсө рәтендәге « В» хәрефе булһа, ит юғары сифатлы . «1» һаны – беренсе сорт. Әгәр ҙә быларҙың береһе лә булмаһа,тимәк, банка эсендә түбән сортлы ит, һеңерҙәр, кимерсәктәр.
Әгәр ҙә һурпа үтә күренмәле түгел икән, тимәк, консерва боҙола башлаған иттән эшләнгән. Уның тышына « Һыйыр быҡтырмаһы» («Тушенка говяжья» тип яҙылған булһа,консерва эсендә – ит, «Ваҡланған һыйыр ите» (« Говядина измельченная») тиелһә - бер аҙ ғына ваҡланған ит, май, һеңерҙәр һәм күп итеп борос һалынған була. Дания, Швеция,Бельгиянан килгән консерваларҙа яртылаш ит һәм крахмал була. Крахмал зыянлы булмаһа ла, туҡлыҡлы түгел.